Октябрь айы ваҡиғаларға бай. Бөгөн ололар көнөн билдәләһәк, егеттәр өсөн дә уйланырға сәбәп бар.
Президент Владимир Путин көҙгә хәрби саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте. Октябрь – декабрь айҙарында Рәсәй Хәрби көстәренә 18 йәше тулған 128 мең егет саҡырыласаҡ. Былтыр был осорҙа 132 мең кеше армияға киткән, ә унан алдағы йылда – 135 мең.
Армияға саҡырыу бөтә эпидемиологик сараларҙы күҙ уңында отоп ойоштороласаҡ, тип белдерә Генераль штабтың Ойоштороу-мобилизация баш идаралығы начальнигы генерал-полковник Евгений Бурдинский. Хәрби комиссариаттар тейешле күләмдә һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, ти ул.