“Башҡортостан-24” каналы Өфө буйынса 22-се төймәлә эфирға сығыу хоҡуғын алды.
Мәскәүҙә үткән конкурста тап ошо телеканал еңеп сыҡты. “Башҡортостан-24” каналы 2016 йылда Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы базаһында барлыҡҡа килә. Уның төп контенты милли телдәрҙә бара. Шуға күрә ул телевизор ҡараусыларҙа ярайһы абруй менән файҙалана.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов был турала үҙенең сәхифәһендә бүлеште һәм коллективты еңеү менән ҡотланы. Сөнки 22-се төймәлә эфирға сығыу хоҡуғы өсөн “Вся Уфа” телекомпанияһы ла һынау тотҡайны.
Муниципаль телеканал булараҡ 22-се төймәлә программалар алып барыуҙың төп шарты - ике дәүләт телдәрендә эфир үткәреү һәм ҡала темаларын яҡтыртыу. 22-се төймәгә инеү ҡала операторҙарына ла яңы бурыстар өҫтәй. “Башҡортостан-24” каналын улар мотлаҡ пакетҡа индерергә тейеш булалар.