+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 18:19

133 кешелә – пневмония, 41-ендә – коронавирус

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороусылар 41-гә артҡан.

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороусылар 41-гә артҡан. Пандемия башынан алып аяуһыҙ диагноз 8 831 яҡташыбыҙҙа раҫланған.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле дауаханаларҙа 63 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы көрәшә, берәүһенең хәле ауыр. 606 сырхау амбулатор шарттарҙа дауалана.
Тәүлек эсендә, был сирҙән сәләмәтләнеп, дауахананан сығыусылар – етәү. Республикала, дөйөм алғанда, 8 121 кеше коронавирус инфекцияһын еңеүгә өлгәшкән. Унан вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 41.
Башҡортостанда шулай уҡ үпкәләре ялҡынһыныу сәбәпле дауаханаға һалыныусылар күп. Кисәле-бөгөнлө 133 сырхауҙа пневмония асыҡланған, 72 кеше унан һауыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: