Коронавирустан тағы ике яҡташыбыҙ донъя ҡуйҙы. Икәүһе лә Өфөнән. 57 йәшлек уҙаман, ковидтан тыш, юғары ҡан баҫымы һәм шәкәр диабетынан яфаланған. Икенсеһе – 70 йәшлек аҡһаҡал, уның да ҡан баҫымы юғары булған. Шулай итеп, коронавирус ҡорбандары 41-гә етте.
Һуңғы тәүлектә республикала ковид 42 кешелә асыҡланған. Эпидемия башынан алып был сир йәмғеһе 8 790 ауырыуҙа табылған.
Коронавирус йоҡторған 62 сырхау әле стационарҙа ята (береһенең хәле ауыр), 573-ө өйөндә дауалана, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Тәүлек эсендә 22 кеше, мәкерле вирустан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан.
Кисәле-бөгөнлө 151 ауырыуға “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған, 88 кеше унан сәләмәтләнгән.