+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 17:22

Төҙөлөш эштәре дауам итә

Ағиҙел аша күперҙең Воровский урамы киҫелешендә төҙөлөш эше 52 процентҡа үтәлгән. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юл һәм ҡоролмалар төҙөлөшө, ремонты буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Константин Паппе оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ағиҙел аша күперҙең Воровский урамы киҫелешендә төҙөлөш эше 52 процентҡа үтәлгән. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юл һәм ҡоролмалар төҙөлөшө, ремонты буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Константин Паппе оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Объект ике күпер араһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Уның оҙонлоғо – 688,8 метр, киңлеге 16,7 метр тәшкил итә. Ул өс хәрәкәт полосаһына иҫәпләнгән.
Әле эштәрҙең 52,4 проценты башҡарылған. Барыһы ла график буйынса бара. Төҙөлөш эштәре 2021 йылдың 20 октябрендә тамамланасаҡ.
Ремонт эштәре башҡарылып сыҡҡандан һуң, автотранспорт ҡалаға табан йүнәлештә – алты полосанан, “Өфө – Аэропорт” йүнәлеше буйынса иһә биш полосала хәрәкәт итәсәк.
Фото “Бәйләнештә” селтәренең “Башҡортостан Республикаһы юлдары” төркөмөнән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: