Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 14:01

Әсе түгел – татлы

Витаминдар, минералдар ҡаҙнаһы ул татлы борос. Бигерәк тә С витаминына бай булыуы менән айырылып тора. А витамины иһә бешкән ҡыҙыл бороста йәшелендәгегә ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк. Болгар боросо йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы, күҙ һәм тире ауырыуҙарын, анемияны булдырмауға булышлыҡ итә. Кәйефте күтәрә, көс-дәрт бирә, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта торған үҙенсәлеге лә бар. Фолий кислотаһына, В9 витаминына бай булыуы уны бәпес көткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы итә.

Сырлы борос
2 татлы боросҡа 200 грамм иретелгән сыр, 2 йомортҡа, 1 тотам йәшел һуған, тәменсә һарымһаҡ, тоҙ, майонез кәрәк.
Сыр менән бешкән йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ваҡ итеп туралған йәшел һуған һалабыҙ. Иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, майонез ҡушабыҙ. Яҡшылап бутайбыҙ.
Боростоң эсен алабыҙ ҙа тығыҙ итеп сырлы эслекте тултырабыҙ. Берәй сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Үткер бысаҡ менән түңәрәктәр ҡырҡып, табынға тәҡдим итәбеҙ.
Итле «кәмәләр»
3 татлы боросҡа 250 грамм үткәрелгән ит, 60 грамм дөгө ярмаһы, 3 помидор, 50-60 грамм сыр, 100 грамм ҡаймаҡ, 40 грамм үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, шәфәри (петрушка) япраҡтары кәрәк.
Дөгө ярмаһын йыуып, ҡайнар һыуға һалып бүрттереп алабыҙ. Һыуытабыҙ. Помидорҙы уртаға бүләбеҙ ҙә ҡырғыстан үткәрәбеҙ (тышын ҡалдырабыҙ). Үткәрелгән ит, дөгө ярмаһы, помидорҙы бергә ҡушабыҙ. Тоҙ, борос, ваҡ итеп туралған шәфәри япраҡтары һалабыҙ.
Татлы боросто буйына уртаға ҡырҡабыҙ ҙа орлоҡтарын алабыҙ. эсен үҫемлек майы менән майлайбыҙ, тоҙ һибәбеҙ. Итле эслекте тултырабыҙ.
Боростарҙы майлы табаға урынлаштырабыҙ. Һәр береһенең өҫтөнә ҡаймаҡ яғабыҙ һәм ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 35 – 40 минут бешерәбеҙ.
Ошондай уҡ «кәмә»ләрҙе колбаса менән сыр, ҡарабойҙай ярмаһы, йәшелсәләр, эремсек, иҙелгән картуф тултырып та эшләргә мөмкин.
Һарымһаҡлы йәшелсәләр
4 татлы боросҡа 1 ташҡабаҡ, 3 баклажан, 2 помидор, 2 баш һуған, 1 әсе ҡыҙыл борос, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 тотам әнис (укроп) үләне, 4 ҡалаҡ соя соусы, 2 ҡалаҡ алма һеркәһе, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Һарымһаҡты таҙартып иҙәбеҙ. Ваҡ итеп туралған әнис үләне, алма һеркәһе, соя соусы, үҫемлек майы ҡушабыҙ. Маринадты яҡшылап бутайбыҙ.
Орлоҡтары алынған татлы боросто, ташҡабаҡты, баклажанды, помидорҙы үҙебеҙ теләгәнсә киҫәктәргә ҡырҡабыҙ. Һуғанды ярымҡулсалап турайбыҙ. Әсе боросто ваҡ итеп ҡырҡабыҙ. Йәшелсәләрҙе бергә ҡушып, өҫтөнә маринад ҡоябыҙ. Тоҙ, борос һибеп бутайбыҙ.
Йәшелсәләрҙе табаға һалабыҙ ҙа өҫтөн ҡаплап торабыҙ. Бер сәғәт үткәс, 180 градусҡа тиклем эҫетелгән мейескә ҡуябыҙ. 30-40 минуттан тәмлекәсебеҙ әҙер. Табынға йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп бирергә мөмкин.
Кәбеҫтәле турама
2 татлы борос (төрлө төҫтәгеләре булһа, бигерәк һәйбәт), 300 грамм тауыҡ ите, 300 грамм кәбеҫтә, 2 баш һуған, 1 тотам йәшел һуған, 1 тырнаҡ һарымһаҡ, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ гәрсис, тәменсә тоҙ кәрәк.
Татлы боростоң эсен алып, һаламлап турайбыҙ. Итте бешереп һыуытабыҙ ҙа шаҡмаҡлап ҡырҡабыҙ. Кәбеҫтә менән һуғанды нәҙек итеп турайбыҙ. Барыһын бергә ҡушабыҙ. Ваҡ итеп туралған йәшел һуған өҫтәйбеҙ. Ҡаймаҡҡа гәрсис, тоҙ, иҙелгән һарымһаҡ һалып болғатабыҙ ҙа йәшелсәләр өҫтөнә ҡоябыҙ. Бутайбыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: