Рәсәй төбәктәрендә паллиатив ярҙамды үҫтереү маҡсатын ҡуйған “Хәстәрлек төбәге” проект офисының етәксеһе Борис Хесин Башҡортостанда булып китте. Ул “Өфө хосписы” автоном коммерция булмаған медицина ойошмаһының башҡарма директоры Радмила Сурначева менән осрашып, республикала хоспис асыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
60 урынға иҫәпләнгән заманса хосписты сафҡа индереү киләһе йылдың сентябренә планлаштырылыуын билдәләп китәбеҙ.
“Хоспис тәүге көндән эшләй башлаһын өсөн, бик күп бурыстарҙы хәл итергә кәрәк. Бөтәһе лә мөһим: тейешле лицензиялар булыуы ла, ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙарҙың келәттә ятыуы ла, хеҙмәткәрҙәр һәм волонтерҙарҙың уҡытылыуы ла”, – тине Борис Хесин. Өфө хосписының сәғәт һымаҡ көйлө эшләп китеүенә ярҙам итеү маҡсатында, “Хәстәрлек төбәге” эксперттары ентекле саралар планын әҙерләйәсәк, тип белдерҙе ул.
Радмила Сурначева Башҡортостанда 23 меңдән артыҡ оло кешенең һәм 700-ләп баланың паллиатив ярҙамға мохтаж булыуы тураһында һөйләне. “Эшебеҙҙе башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен иҫәпкә алып ҡорорға теләр инек. Илдең тиҫтәләгән төбәгендә паллиатив ярҙам күрһәтеүҙе яйға һалышҡан проект менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине ул.
Борис Хесин әйтеүенсә, Башҡортостанды “Хәстәрлек төбәге” проектына пилот төбәк булараҡ индереү мөмкинлеге ҡарала.