+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
30 Сентябрь 2020, 12:10
Башҡорт ырыуҙарының үҙ картаһы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт геральдикаһы һәм ырыу атрибутикаһы буйынса айырым комиссия ойоштора. Уның маҡсаты - башҡорт ырыуҙарының айырым картаһын төҙөү, һәр ырыуҙың тамғаларын, атрибутикаһын өйрәнеү һәм заманса талаптарға яраҡлаштырыу.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт геральдикаһы һәм ырыу атрибутикаһы буйынса айырым комиссия ойоштора.Уның маҡсаты - башҡорт ырыуҙарының айырым картаһын төҙөү, һәр ырыуҙың тамғаларын, атрибутикаһын өйрәнеү һәм заманса талаптарға яраҡлаштырыу.
Шул уңайҙан 1 октябрҙә “Торатау” Конгресс-холлында башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияның тәүге киңәйтелгән ултырышы үтә.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Рәсәй геральдистар берлегенең уртаҡ хеҙмәте - башҡорт ырыуҙарының гербтары күрһәтеләсәк.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының айырым картаһы төҙөлгән. Ошо төбәк халҡының тарихы һәм мәҙәниәтенә арналған “Беҙ башҡорттар” тигән китаптың исем туйы буласаҡ.
Автор:
Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас:
Беҙ – Телеграмда!
Дуҫтар, беҙҙең Телеграм-каналға рәхим итегеҙ: https://t.me/bashkizi
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять