+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 16:14

Башҡорт теленә тәржемә ителгән роман уҡыусыларын арттыра

Эстонияла йәшәүсе яҡташыбыҙ, ижадсы Дина Гаврилова үҙенең әҫәрҙәрендә тыуған яғы менән бәйләнешен өҙмәй. Уның “Һалҡан йылдар төҫтәре” һәм “Һин барыһынан яҡшыраҡ” тигән әҫәрен күптән түгел арабыҙҙан киткән талантлы ижадсы Дамир Шәрәфетдинов башҡорт теленә тәржемә иткән.

Былтыр роман Ағиҙел журналының 11-се һәм 12 –се һандарында баҫылып сыҡты.
Башҡортостан сыуаштарына арналған роман-диологияның башҡортса тәржемәһе Яндекс-Дзен каналында ла донья күрә башланы.
30-сы йылдарҙан алып 70-се йылдарға тиклемле сыуаш ауылын һүрәтләнгән әҫәрҙең башҡортса вариантын уҡыусылар үҙҙәре һораған. Автор үҙенең сәхифәһендә билдәләүенсә, роман каналда яратып уҡыла, уның уҡыусылары арта бара. Тимәк, әҫәрҙең теле уның уҡыусыларын һис сикләмәй.
Яҙыусы үҙе лә: “Башҡортостан мине илһамландыра”- ти. Тап ситтә йәшәүе, ерен һағыныуы ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр итә.
Дина Гаврилова, оҙаҡ йылдар Эстонияла йәшәй, татар-башҡорт мәҙәни үҙәгенең әүҙем ағзаһы. Күптән түгел яҡташтарыбыҙ, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты хәтергә алып, уның бюсына сәскәләр һалды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: