-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 16:44

Йөрәгеңде һаҡла

29 сентябрҙә Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнә.

29 сентябрҙә Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнә. Уның төп маҡсаты – кешеләргә үҙ һаулығын ҡайғыртыуҙың һәм медицина ярҙамын ваҡытында алыуҙың ни тиклем мөһим икәнен хәтергә төшөрөү.
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең төп сәбәптәренең береһе – юғары ҡан баҫымы, тип билдәләй кардиологтар.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-аттың 40 проценттан артығы юғары ҡан баҫымынан яфалана. Аҙ хәрәкәтләнеүселәрҙең һәм ултырып эшләүселәрҙең гипертония менән сирләү ихтималлығы физик яҡтан әүҙем кешеләргә ҡарағанда 20-50 процентҡа күберәк. Ҡан баҫымы күрһәткестәре 139/89-ҙан артып китеүе гипертония сире тураһында һөйләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала белгестәр.
Ҡан баҫымын тигеҙ кимәлдә тотоу өсөн, табиптарҙың түбәндәге ябай ғына кәңәштәрен күҙәтергә кәрәк:
– кәүҙәнең ауырлығын тикшереп торорға, артыҡ килограмдарҙан ҡотолорға;
– насар ғәҙәттәрҙе ташларға (тәмәке тартыуҙан, хәмер-шараптан баш тартырға);
– физик әүҙемлекте арттырырға (көнөнә кәмендә 30 минут әүҙем хәрәкәт итергә);
– тоҙ ҡулланыуҙы кәметергә (тәүлегенә ул 5 грамдан артмаһын);
– туҡланыу режимын күҙәтергә (бер үк ваҡытта, ризыҡты төрләндереп, сама белеп ашарға);
– ҡан баҫымын үлсәү көндәлеген алып барырға.
Үҙегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ, шул сағында йөрәгегеҙ һеҙгә “рәхмәт әйтер”, ти кардиологтар.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: