-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 17:57

Уяулыҡты кәметергә түгел

Өфөлә, коронавирус менән ауырыусылар артыу сәбәпле, предприятиеларҙа хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғиләштерәсәктәр.

Өфөлә, коронавирус менән ауырыусылар артыу сәбәпле, предприятиеларҙа хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғиләштерәсәктәр. Был турала ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә Өфө вице-мэры вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов белдерҙе.
“Хеҙмәткәрҙәрҙә хәлһеҙлек, тымау кеүек тәүге билдәләр беленә икән, уларҙы өйҙән эшләүгә күсерергә йәки больничныйға ебәрергә кәрәк”, – тине ул. Радмил Мөслимов өфөләрҙе һаҡлыҡ сараларын күҙәтеүгә яуаплыраҡ ҡарарға саҡырҙы, шулай уҡ йәмәғәт урындарында битлек кейеүҙең һәм социаль араны һаҡлауҙың мотлаҡ талап булып ҡалыуын билдәләне.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: