+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 16:46

“Урал батыр” анимация фильмының исем туйы

2018 йылда “Аҡбуҙат” журналы дәүләт телдәрен яҡлау һәм һаҡлауға, “Урал батыр” эпосы буйынса аннимация фильмы һәм балалар комиксын сығарыуға Республика Башлығы Грантына эйә булды.

2018 йылда “Аҡбуҙат” журналы дәүләт телдәрен яҡлау һәм һаҡлауға, “Урал батыр” эпосы буйынса анимация фильмы һәм балалар комиксын сығарыуға Республика Башлығы Грантына эйә булды.
Ике йыл дауамында комикстар журнал биттәрен биҙәне һәм улар айырым китап булып донъя күрҙе. Йәнһүрәт 2020 йылдың авгусында күрһәтеүгә әҙер булды.
“ Урал батыр” фильмының исем туйы 30 сентябрҙә Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында ойошторола.
Фильмды күрһәтеү республика көнөнә һәм Башҡортостанда башҡорт теле йылына арнала. Саралар 20-се башҡорт мәктәбендә 10 сәғәттә, интернат-гимназияла 15 сәғәттә башлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: