-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 10:55

Сираттағы мөрәжәғәт

Президент Владимир Путин тағы Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте.

Президент Владимир Путин тағы Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте.
Ул, Дәүләт Советы ултырышында сығыш яһап, коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтарының күбәйеүе айҡанлы ил граждандарын “мөмкин тиклем яуаплы” булырға саҡырҙы. Әле эпидемия менән көрәш тамамланмаған, шуға ла табыптарҙың кәңәшен тотоу бик мөһим, тип белдерҙе дәүләт башлығы.
“Бөгөн инфекция таралыуына ҡаршы көрәштең һөҙөмтәләре һәр беребеҙҙән тора. Яҙ көндәрендәге кеүек иҡтисад һәм кешеләр өсөн үтә лә ауыр эҙемтәләргә килтергән сикләү сараларын яңынан индермәйбеҙ тиһәк, яуаплы булайыҡ”, - тине Владимир Путин.
Һуңғы тәүлектә илдә коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 8135 осрағы теркәлгән. Был алдағы көнгә ҡарағанда 268-гә күберәк. COVID-19 менән сирләүселәрҙең һаны һигеҙ меңдән артыуы һуңғы тапҡыр 16 июндә теркәлгән була.
Башҡортостанда ковид сирен барлығы 8 708 кеше үткәргән йә бөгөнгө көндә унан яфалана. Үткән тәүлектә 39 яңы осраҡ асыҡланған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: