+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 11:20

Рәил Сарбаев эштән киткән

Кисә Республиканы үҫтереү корпорацияһы генераль директоры вазифаһына Наил Ғәббәсов тәғәйенләнеүе билдәле булды. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Был вазифаны 2019 йылдың апрель айынан Рәил Сарбаев биләй ине.
Наил Ғәббәсов быға тиклем Ҡырым Республикаһында шундай уҡ урында эшләгән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, йәш етәксе Ҡырым үҫтереү корпорацияһын Рәсәйҙә алдынғылар рәтенә сығарған.
Наил Ғәббәсов Башҡортостан дәүләт университетын тамамлаған, юрист. 2014 – 2017 йылдарҙа Башҡортостан үҫеш корпорацияһының башҡарма директоры була.
Читайте нас: