Республикала дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәрҙең артыуы табиптарҙы борсоуға һала. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙаҡҡы тәүлектә был сир 146 ауырыуҙа раҫланған. Кисәле-бөгөнлө 85 кеше унан һауыҡҡан.
29 сентябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 8 748. Тәүлек эсендә вирус 40 ауырыуҙа табылған.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 56 сырхау коронавирусҡа ҡаршы дауа ала, берәүһенең хәле ауыр. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 561. Республикала коронавирустан һауығыусылар – йәмғеһе 8 092, шуларҙың 13-ө һуңғы тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
COVID-19-ҙан барлығы 39 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Аҙаҡҡы тәүлектә унан вафат булыусылар юҡ, тип хәбәр итәләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.