+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 14:03

Халыҡ иҫәбен алыуҙың тарихи әһәмиәте

Башҡортостандың архив эштәре буйынса идаралығы уҡыу йорттары ғалимдары һәм белгестәр ҡатнашлығында, 1920 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына арналған онлайн түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.100 йыл үткән ваҡиғаның ҡайһы бер аспекттары 2021 йылда уҙасаҡ халыҡ иҫәбен алыу сараһында ла мөһим булып тора. Билдәле булыуынса, был ваҡиға киләһе йылдың апрель айҙарына күсерелде.

Башҡортостандың архив эштәре буйынса идаралығы уҡыу йорттары ғалимдары һәм белгестәр ҡатнашлығында, 1920 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына арналған онлайн түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.
100 йыл үткән ваҡиғаның ҡайһы бер аспекттары 2021 йылда уҙасаҡ халыҡ иҫәбен алыу сараһында ла мөһим булып тора. Билдәле булыуынса, был ваҡиға киләһе йылдың апрель айҙарына күсерелде.
1920 йылда уҙған сара ул - беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡиғаһы. Уға ҡушып ауыл хужалығының торошо ла асыҡлана. Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн ошо документтар үҙәк архивтарҙа һаҡлана һәм иҫәп һандары менән һуңғы йылдарҙа 200 мең кеше ҡыҙыҡһынған һәм үҙенә күсереп алған. Әйтергә кәрәк, иҫәп алыу, ревизия документтары элек сер итеп тотолһа, бөгөн уны архивтың электрон базаһында донъяның төрлө еренән ҡарарға мөмкин.
Дәүләт статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 2021 йылда уҙасаҡ халыҡ иҫәбен алыуҙа тәүге тапҡыр һанлы технологиялар ҡулланыласаҡ. Кешеләр өсөн өс вариант тәҡдим ителә. Йәғни уның тәүгеһендә бөтә мәғлүмәттәр планшетҡа яҙыла бара. Был иһә уны эшкәртеүҙә лә уңайлы буласаҡ, ти белгестәр. Икенсе осраҡта кешеләр бөтә мәғлүмәттәрен берҙәм дәүләт порталына инеп ҡалдыра ала. Өсөнсө осраҡта иһә яҙылыусы үҙе барып мәғлүмәт бирә ала.
Ҡыҙыҡлы һорауҙар араһында, һеҙ ниндәй телдәр беләһегеҙ һәм уны көндәлек тормошта ҡайҙа һәм нисек ҡулланаһығыҙ тигәнерәктәре лә буласаҡ.
100 йыл элек үткән халыҡ иҫәбен алыуға әйләнеп ҡайтҡанда, тарихсылар уны өйрәнеү һәм объектив баһа биреүҙә иҫәптең документтары бик мөһим тип иҫәпләй. Сөнки бөгөн тарихи сығанаҡтарҙы уҡымаған ҡайһы бер кешеләр төрлө ерҙәрҙә, баҫмаларҙа, социаль селтәрҙәрҙә ирекле фекер йөрөтөргә өйрәнде. Ә ревизия мәғлүмәттәрен, халыҡ иҫәбен алыуҙы ҡараһаҡ, ундағы материалдар бөтөнләй икенсе дәлилдәрҙе иҫбатлай, тине тарихсылар. Ул документтар бөгөнгө көндө билдәләгәндә һәм халыҡ иҫәбен алғанда ла бик ҙур роль уйнаясаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: