Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында заманса матди-техник база менән йыһазландырылған оҫтаханалар асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, оҫтаханалар Башҡортостан Республикаһы өсөн социаль өлкәлә көнүҙәк булған компетенциялар төркөмдәре буйынса асылған: “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү”, “Бәләкәй кластарҙа белем биреү”, “Технология буйынса белем биреү”, “Физик культура, спорт һәм фитнес”.
“Матди-техник базаһы заманса талаптарға яуап биреүен тәьмин итеү маҡсатында һөнәри белем биреү ойошмаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү” сараһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 2020 йылда федераль ҡаҙнанан грант алған. Сара “Мәғариф” милли проектының “Йәш һөнәр эйәләре (Һөнәри белем биреүҙә көнәркәшлеккә һәләтлелекте арттырыу)” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Республикала был проект сиктәрендә быйыл 3 белем биреү ойошмаһы нигеҙендә 13 оҫтахана асыласаҡ. 2020 йылдың аҙағына заманса матди-техник база менән йыһазландырылған оҫтаханалар һаны 43-кә етәсәк.
Фото БР Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан алынды.