+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 14:20

Бәхет ҡошо Һомай

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең йәш балетмейстеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай ҡыҙы Йәмилә Бикбаева быйылғы ижад миҙлегендә яңы бейеү сығарҙы. “Бәхет ҡошо Һомай” тип аталған композиция “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп эшләнгән.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең йәш балетмейстеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай ҡыҙы Йәмилә Бикбаева быйылғы ижад миҙлегендә яңы бейеү сығарҙы. “Бәхет ҡошо Һомай” тип аталған композиция “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп эшләнгән.
Һис һүҙһеҙ “Урал батыр” эпосы ул халҡыбыҙҙың ғорурлығы, фәлсәфәүи яҡтан да иғтибарға лайыҡ был тәрән халыҡ ижады. Уның бөйөклөгө башҡа халыҡтарҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре менән бер рәттә торалыр, бәлки, тағы ла юғарыраҡтыр. Бейеүсе әйтмешләй, уны ижад кешеләре бер нисек тә иғтибарһыҙ ҡалдыра алмай. Әҙиптәр - шиғырҙарында, яҙыусылар әҫәрҙәрендә данлай, режиссерҙар кино төшөрә, ә бына бейеүселәр мотлаҡ ошо эпосҡа таянып бейеү һалырға тейеш, тигән хыял ошонан барлыҡҡа килгән.
- "Урал батыр"ҙы ҡомартҡы итеп ҡалдырыу, уны заманса уҡыу һәр ижадсының теләге. Миңә был эпоста Һомай образы яҡын. Ул - Самрау батшаның ҡыҙы. Һомай ҡошондағы кешеләргә булған йомартлыҡ, мөхәббәт, таҙалыҡ мине үҙенә йәлеп итте. Хореографик лексика аша уны сәхнәгә сығарыу теләге тыуҙы. Шул материалды өйрәндем дә уны тормош ашырырға булдым.
Йәмилә үҙенең бейеүен “Бәхет ҡошо Һомай” тип атай. Нимә ул бәхет ҡошо?
- Һомай булған ерҙә бәхет, мөхәббәт, йомартлыҡ бар. Уның булыуынан бөтә тереклек уяна, йәнлелек барлыҡҡа килә, барыһын да шатлыҡ тойғоһо солғап ала. “Урал батыр” эпосының иң сағыу ерҙәрен алырға тырыштым. Ул хореографияға тура килергә тейеш. Бейеүҙең уртаһында Йәнбирҙе ҡарт Һомайға ата. Бейеүҙә яралы ҡош образы барыһын да уның менән бергә ҡайғырырға мәжбүр итә. Шулай уҡ йәрәхәтләнгән ҡоштоң тойғолары, хис-уйҙары аңлашыла кеүек: беренсенән, уның ҡанаттары имгәнгән, икенсенән, ул башҡаса тирә-яҡҡа нур, яҡтылыҡ һибә алмаясаҡ. Шулай уҡ бейеүҙә Йәншишмә образы бар. Йәншишмәнең бер тамсыһы ла яраны төҙәтә, кешегә үлемһеҙлек бирә торған көскә эйә. Һомай йәншишмәгә килә һәм үҙенең ҡанаттарын шул шифалы һыуҙа йыуа. Эй, Алланың ҡөҙрәте! Мөғжизә бар ул донъяла! Һомайҙың яраланған ҡанатына ошо шифа килешә. Ул яңынан балҡып,терелеп китә, тағы ла яҡтыраҡ нур һибә башлай. Шунда мин сәхнәгә ысын нурҙар һибә торған сара уйлап таптым. Һомай образын сағылдырған бейеүсе, ысынлап та, сәхнәлә балҡып торҙо.
Йәмилә Бикбаева “Бәхет ҡошо Һомай”ҙы ансамблдең йәш бейеүселәре Эльвира Муллағолова менән Әҙилә Кәлимуллина өсөн ҡуя. Премьера бейеүен Әҙилә Кәлимуллина башҡара. Шуныһы, бейеүсе күптән сәхнәнән сыға, ә тамашасыларҙың көслө алҡышы бер нисә минут дауам итә. Был балетмейстерҙы ҡанатландыра, әлбиттә.
-Ата-әсәйем миңә нигеҙ бирһә, яратҡан ансамблем, данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле миңә ышаныс күрһәтте һәм бейеү һалырға мөмкинлек бирҙе. Бының өсөн мин бик рәхмәтлемен уларға.
Бейеү - ул сығымлы хеҙмәт. Уйлаған ниәттәреңде тормошҡа ашырыу күп факторҙарҙан тора. Идея барлыҡҡа килгәндән алып, уның һәр бер күҙәнәге, костюмы, музыкаһы- хореографтың күҙ алдынан үтә. Һомай образына көйҙе билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин яҙа, костюмды Наталья Степанова тегә, уның образын фотола Эдуард Дилмөхәмәтов сағылдыра.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: