-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 15:39

Бөгөн – Бөтә донъя йөрәк көнө

29 сентябрҙә донъяның йөҙҙән ашыу илендә Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнә. Был көндө “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Ирекмән-медиктар” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында Бөтә Рәсәй буйынса йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сәләмәтлегенә арналған акциялар уҙғара. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

29 сентябрҙә донъяның йөҙҙән ашыу илендә Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнә.
Был көндө “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Ирекмән-медиктар” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында Бөтә Рәсәй буйынса йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сәләмәтлегенә арналған акциялар уҙғара.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә үткәргән акцияларыбыҙҙың төп маҡсаты – кешеләргә үҙе хаҡында хәстәрлек күреүҙең һәм квалификациялы ярҙамға ваҡытында мөрәжәғәт итеүҙең мөһимлеге хаҡында иҫкә төшөрөү. Йөрәк – ныҡлы һаулыҡтың ғына түгел, бәхет сығанағы булған мөхәббәттең дә символы. Беҙ йөрәкте яратырға һәм уның мәнфәғәтендә хәрәкәт итергә саҡырабыҙ. Әүҙем, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндәргә ҡарағанда аҙ хәрәкәтләнеүсе, ултырып эшләүсе кешеләрҙә артериаль гипертония үҫеше 20 – 50 процентҡа артығыраҡ икәнен иҫегеҙгә төшөрәм”, – ти “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының генераль директоры София Малявина.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, акциялар хаҡында оберегаясердца.рф сайтында мәғлүмәт алырға була. Порталда шулай уҡ йөрәк һәм ҡан тамырҙары хаҡында файҙалы мәғлүмәттәр табырға, һаулыҡ торошон белеү өсөн тест үтергә мөмкин.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: