+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 11:40

Ҡунашир, Шикотан, Итуруп – был утрауҙар кемдеке?

Япония менән Рәсәй араһында бөгөнгө көнгә тиклем тыныслыҡ тураһында килешеү юҡ.

Япония менән Рәсәй араһында бөгөнгө көнгә тиклем тыныслыҡ тураһында килешеү юҡ.
Көнсығыштағы беҙҙең күршеләр ике ил араһында был мөһим документҡа ҡул ҡуйыуҙы Курил утрауҙары теҙмәһенең көньяғында урынлашҡан бәхәсле Ҡунашир, Шикотан, Итуруп һәм Хабомаи утрауҙары яҙмышын хәл ителеүгә бәйләй. Япондар уларҙы үҙҙәренең биләмәһе тип һанай. Быны 1855 йылда төҙөлгән Сиктәр һәм сауҙа тураһында Трактат менән нигеҙләйҙәр.
Билдәле булыуынса, был утрауҙар Икенсе донъя һуғышы һөҙөмтәләре буйынса Советтар Союзына күсә.
Сәләмәтлеге буйынса вазифанан киткән Японияның элекке премьер-министры Синдзо Абэ белдереүенсә, тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөү тураһында 2018 йылда һөйләшеп бөтөлгән була. Тик Рәсәй менән АҠШ-тың мөнәсәбәттәре ҡырҡа ҡатмарлашыу арҡаһында ниәттәр ғәмәлләшмәй ҡала.
Яңы премьер-министр Ёсихидэ Суга 29 сентябрҙә Президент Владимир Путин менән беренсе тапҡыр телефондан һөйләшәсәк икән. Ул Абэ башлаған көньяҡ Курил уртауҙары яҙмышына бәйле һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә ниәтләй, тип хәбәр итә япондарҙың NHK телерадиокомпанияһы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: