+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 17:18

Сир эләктермәҫ өсөн

Һалҡындар етеү менән грипп, коронавирус инфекцияһы, киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙы йоҡтороу ҡурҡынысы арта. Табиптар башлыса һауа-тамсы юлы менән күсеүсе был сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн гигиена ҡағиҙәләрен ныҡлап күҙәтергә кәңәш итә.

Һалҡындар етеү менән грипп, коронавирус инфекцияһы, киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙы йоҡтороу ҡурҡынысы арта. Табиптар башлыса һауа-тамсы юлы менән күсеүсе был сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн гигиена ҡағиҙәләрен ныҡлап күҙәтергә кәңәш итә. Ул ҡағиҙәләрҙе үтәү вирус эләктереү хәүефен бермә-бер кәметә, ти улар.
Йәмәғәт урындарында һәм транспортта булғандан, аҡса тотҡандан, ишек тотҡаларына, эштә дөйөм файҙаланыуҙағы офис техникаһына ҡағылғандан һуң, шулай уҡ ашар алдынан һәм ризыҡ әҙерләй башлағансы ҡулдарҙы һәйбәтләп йыуыу мотлаҡ. Ҡулдарҙы ентекләп һабынларға, йыуғас, яҡшылап ҡороторға кәрәк.
Урамдан инеп, ҡул һәм битте һабынлап йыуғандан һуң, танауҙы тоҙло һыу менән сайҡатыу зарур.
Биткә, күҙҙәргә тик таҙа ҡулдар йәки бер тапҡыр файҙаланыла торған салфетка менән генә ҡағылығыҙ. Һыу һәм һабын менән йыуыу мөмкинлеге булмаһа, ҡулды спирт нигеҙендә эшләнгән дезинфекциялаусы сара менән таҙартығыҙ.
Кеше күп урындарҙа һәм транспортта бер тапҡыр файҙаланылыусы битлек кейегеҙ. Уны һәр ике-өс сәғәт һайын алмаштырыу мотлаҡ.
Халыҡ күп ерҙәрҙә сәсте таратып түгел, шыма итеп тарап йөрөү яҡшыраҡ. Сөнки туҙған сәс биткә тейеп, вирус йоҡтороу хәүефен арттыра.
Киҙеү билдәләре булған – йүткергән, сәскөргән, танауы мышҡылдап торған кешеләр менән яҡын аралашмаҫҡа һәм бер бүлмәлә булмаҫҡа тырышығыҙ.
Ялан ҡул менән йәмәғәт урындарындағы ишек тотҡаларына, баҫҡыс яндауырҙарына һәм дөйөм ҡулланыуҙағы башҡа әйберҙәргә ҡағылмағыҙ.
Ҡул биреп күрешкәндә, үбешеп-ҡосаҡлашҡанда вирус күсеү ҡурҡынысы ҙур икәнен онотмағыҙ.
Бүлмәләрҙе йыш елләтегеҙ.
Дөйөм таҫтамалдар менән һөртөнмәгеҙ.
Ауырып китһәгеҙ, сирҙе сәләмәт кешеләргә йоҡтормаҫ өсөн, гигиена ҡағиҙәләрен айырыуса етди үтәргә кәрәк, тип билдәләй табиптар. Хәлһеҙлек тойһағыҙ ҙа, башҡалар менән аралашырға йәки йәмәғәт транспортына ултырырға мәжбүрһегеҙ икән, бер тапҡыр файҙаланыла торған битлек кейегеҙ, уны һәр сәғәт һайын алмаштырығыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Йүткергәндә, сөскөргәндә ауыҙығыҙҙы бер тапҡыр файҙаланылыусы салфетка менән ҡаплағыҙ, шәхси һауыттан ғына ашап-эсегеҙ, үҙегеҙҙең теш щеткаһын, йыуғысығыҙҙы, таҫтамалығыҙҙы ғаиләнең башҡа ағзаларыныҡынан айырып ҡуйығыҙ, тип ҡуша улар. Өйҙә берәйһе ауырыһа, көн һайын иҙәндәрҙе, ишек тотҡаларын, ут һүндергестәрҙе, ойоштороу техникаһы менән идара итеү панелдәрен еүеш сепрәк менән һөртөп тороу мөһим – табиптарҙың ошо кәңәше лә хәтерҙән сыҡмаһын.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: