+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 21:11

Өс ауырыуҙың хәле ауыр

28 сентябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 8 708-гә етте.

28 сентябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 8 708-гә етте. Тәүлек эсендә сир тағы 39 ауырыуҙа асыҡланған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Республикала COVID-19 вирусын йоҡтороусыларҙың 93 проценты, йәғни 8 079 кеше сирҙе еңеүгә өлгәшкән.
Әле коронавирустан стационарҙа дауаланыусылар – 57. Шуларҙың өсәүһенең хәле ауыр. Инфекцияны еңел үткәреүсе 533 сырхау табип тәғәйенләгән дауаны өйөндә ала.
Эпидемия башланғандан алып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауырыуҙан 39 яҡташыбыҙ донъя ҡуйҙы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: