+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 14:51

Рәсих Ханнанов арабыҙҙан китте....

Өфөлә 89-сы йәшендә билдәле әҙип, яҙыусы һәм журналист Рәсих Ханнанов вафат булды.

Өфөлә 89-сы йәшендә билдәле әҙип, яҙыусы һәм журналист Рәсих Ханнанов вафат булды.
Башҡортостан Яҙыусылар берлегенән хәбәр итеүҙәренсә, әҙип менән хушлашыу 29 сентябрҙә ул йәшәгән йорт алдында буласаҡ. Яҙыусының васыяты буйынса Рәсих Ханнановты Ҡырмыҫҡалы районында ерләйәсәктәр.
Рәсих Нурғәле улы Ханнанов 1931 йылда Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлаған.
60-сы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә эшләй, унан һуң “Ҡыҙыл таң”ға күсә. Мәскәү юғары партия мәктәбендәге журанлистика факультетында белем ала. Унан “Ҡыҙыл таң” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. Әҙәбиәткә 50-се йылдарҙа килә. Проза, шиғриәт һәм публицистика өлкәһендә эшләй.
Уның тәүге “Йәшлек ҡанаты” тигән китабына хеҙмәт кешеләре, яҡташтары хаҡында очерктары ингән. Шулай уҡ Рәсих Ханнанов - легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов хаҡында документаль материалдар туплаған автор. Рәсих Ханнанов һүҙҙәренә бик күп лирик йырҙар яҙылған.
Рәсих Ханнанов - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты, “Мәслихәт” башҡорт- татар дуҫлығы ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе.
Әҙип менән хушлашыу 29 октябрҙә, Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 66-сы йорт янында уҙасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: