Салауат ҡалаһы суды банктан 25 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаға- 5 йыл, ә уның тормош иптәше Маратҡа- 6 йыл бирҙе. Улар дөйөм режимлы колонияға ебәрелә. Ҡатын үҙенең ғәйебен тулыһынса, ә ире өлөшләтә таныған. Марат Хәйруллинды суд залында ҡулға алғандар.
Бынан тыш суд “Россельхозбанк” тың матди зыянды ҡаплау тураһындағы дәғүәһен дә ыңғай хәл итте. Хәҙер ирле- ҡатынлы 25 миллион һумдан ашыу аҡсаны кире ҡайтырырға тейеш булалар.
Хәбәр итеүебеҙсә, үҙе эшләгән банктан аҡсалар урлаған Луиза ире Марат, ике балаһы менән билдәһеҙ йүнәлештә сығып юҡ була. Уларҙы һуңынан Ҡаҙан ҡалаһындағы ҡуртым йортонда тоталар. Аҡсаларҙы Луиза 2017 йылдан алып сығара башлай. Ҡатын әйтеүенсә, быға уның ире Марат һәм ғаиләнең ауыр матди хәле мәжбүр итә. Иренә биргән аҡсалар уйын автоматтарында юғала тора.
Луиза Хәйруллина ғәйебен таный, ике балиғ булмаған балаһы булыуын да билдәләй. Әммә суд ҡарары аяуһыҙ. Ҡатын киләһе биш йылын төрмәлә уҙғарасаҡ.