-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 12:51

“Киләсәк фабрикаһы”

“Өфө халҡы “китап” тип атап йөрөткән был бинала нимә генә урынлашманы һәм уға бәйле ниндәй генә ниәтттәр ҡоролмаған. Ә беҙ унда, уйлай белгән һәм бик ижади заман йәштәренә кәрәк булған барыһын берләштереп, ысын киләсәк фабрикаһын булдырырға ҡарар иттек, – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Республикалағы тәүге үҫеш өсөн мөмкинлектәр тупланған үҙенсәлекле урында Инновацион йәштәр ижады үҙәге, киберспорт һәм нейротехнология лабораторияһы, студенттар өсөн “Ҡайнау нөктәһе”, ҡул эштәре коворкингы, эшҡыуарҙар өсөн бизнес-инкубатор, коворкинг һәм нетворкинг зоналары бар. Унда тормош ҡайнай. Бында тыуған идеялар беҙҙең республиканы алға әйҙәйәсәк. РS. Ә киләһе йылда “Сколково” инновацион үҙәге менән бергә Өфөнөң Әхмәтзәки Вәлиди урамында IQ-парк асырбыҙ”. Өфө ҡалаһының Тыныслыҡ урамында урынлашҡан “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йорто яңы форматта эшләй башланы.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Өфө халҡы “китап” тип атап йөрөткән был бинала нимә генә урынлашманы һәм уға бәйле ниндәй генә ниәтттәр ҡоролмаған. Ә беҙ унда, уйлай белгән һәм бик ижади заман йәштәренә кәрәк булған барыһын берләштереп, ысын киләсәк фабрикаһын булдырырға ҡарар иттек, – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Республикалағы тәүге үҫеш өсөн мөмкинлектәр тупланған үҙенсәлекле урында Инновацион йәштәр ижады үҙәге, киберспорт һәм нейротехнология лабораторияһы, студенттар өсөн “Ҡайнау нөктәһе”, ҡул эштәре коворкингы, эшҡыуарҙар өсөн бизнес-инкубатор, коворкинг һәм нетворкинг зоналары бар. Унда тормош ҡайнай. Бында тыуған идеялар беҙҙең республиканы алға әйҙәйәсәк. РS. Ә киләһе йылда “Сколково” инновацион үҙәге менән бергә Өфөнөң Әхмәтзәки Вәлиди урамында IQ-парк асырбыҙ”.
Өфө ҡалаһының Тыныслыҡ урамында урынлашҡан “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йорто яңы форматта эшләй башланы.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Киләсәк фабрикаһы” өмөтлө инновацион командаларға, эшҡыуарҙарға һәм ижади ҡарашлы йәштәргә йүнәлтелгән күп функциялы йәмәғәт урынына әүерелгән. Бында үткәрелгән реновация “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
“Киләсәк фабрикаһы”нда урынлашҡан бизнесты үҫтереү институттарына ике яңылыҡ өҫтәлгән. Башҡорт һөнәрселек коворкингы халыҡ һөнәрселәрен һәм оҫталарын бергә туплау урынына әйләнгән. Тире, металл, ағас һәм башҡа тәбиғи материалдарҙан этник биҙәүестәр, аксессуарҙар, сувенирҙар, милли кейем, уҡ-һаҙаҡ етештереү яйға һалына. 20 эш урыны һәм сауҙа итеү шоурумы булдырылған.
Киберспорт һәм нейротехнологиялар лабораторияһы нигеҙендә робототехника буйынса ярыштар уҙғарыу, киберспортсылар командалары әҙерләү, компьютер артында эшләүҙе яҡшыртыу технологияларын үҙләштереү, шулай уҡ спорт тәғәме төрлөлөгөн булдырыу һәм нейротехнологиялар буйынса эш программалары үҫеше күҙаллана.
– “Киләсәк фабрикаһы” яңы форматта фекерҙәштәр, кооперация, берләштерелгән эшлекле проекттар һәм төрлө өлкәләге эшмәкәрлектә хеҙмәттәшлек, дәүләт һәм фондтар ярҙамы институттары менән уңайлы шарттарҙа һөҙөмтәле эшләү өсөн урын булараҡ уйлап табылған. Бында бизнес идеянан, стартаптан башлап тотороҡло үҫешкә тиклем етә аласаҡ, – ти БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова.
Фото БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: