+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 15:32

Заманса талаптарға яуап бирә

Күгәрсен районы Юлдыбай ауылында иҫке медпункт 1973 йылда төҙөлгән мәктәп бинаһында урынлашҡан һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының заманса талаптарына яуап бирмәй. Мәктәп ябылғас, йылытыу һүндерелә, һыу менән тәьмин итеү, канализация ла булмай. Ошо көндәрҙә ауылда заманса фельдшер-акушер пункты асылды.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектздравоохранение

Күгәрсен районы Юлдыбай ауылында иҫке медпункт 1973 йылда төҙөлгән мәктәп бинаһында урынлашҡан һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының заманса талаптарына яуап бирмәй. Мәктәп ябылғас, йылытыу һүндерелә, һыу менән тәьмин итеү, канализация ла булмай. Ошо көндәрҙә ауылда заманса фельдшер-акушер пункты асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектздравоохранение
Яңы ФАП бер йылда һалынған. Ул Мораҡ үҙәк район дауаханаһынан 18 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Объектты төҙөү 2,9 миллион һумға төшкән.
ФАП-та фельдшерға эшләү һәм пациенттарға дауаланыу өсөн уңайлыҡтар булдырылған. Бында беренсел медик-санитар ярҙамды 300 кеше аласаҡ, уларҙың 42-һе – балалар.
Шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Мораҡ үҙәк район дауаханаһында рентген-диагностика комплексы эшләй башланы. Рентгенология кабинетында капиталь ремонт үткәрелгән. 2006 йылда сығарылған элекке рентген аппараты урынына «ДИАКОМ» заманса цифрлаштырылған рентген-диагностика комплексы ҡуйылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: