0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 16:23

Селекция мәсьәләләре хәл ителә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Ауыл сәғәте” форматындағы тематик кәңәшмәлә ауыл хужалығы культураларының өмөтлө сорттары селекцияһы мәсьәләләре ҡаралды. Унда аграр хужалыҡ етәкселәре, ғалимдар, Рәсәйҙең билдәле селекция үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашты.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектнаука

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Ауыл сәғәте” форматындағы тематик кәңәшмәлә ауыл хужалығы культураларының өмөтлө сорттары селекцияһы мәсьәләләре ҡаралды. Унда аграр хужалыҡ етәкселәре, ғалимдар, Рәсәйҙең билдәле селекция үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектнаука
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов әйтеүенсә, Рәсәйҙә ҡулланылған орлоҡтарҙың 63 проценты үҙ илебеҙҙә селекцияланған. Башҡортостанда был күрһәткес юғарыраҡ – 91 процент, тик уларҙың 22 проценты ғына Башҡортостанда етештерелгән.
– Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһы үҙебеҙҙең орлоҡтар өлөшө 75 проценттан кәм булмау маҡсатын ҡуя. Республика аграрийҙарына 450 мең тонна бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы иген культураһы кәрәк, – тип билдәләне вице-премьер.
Башҡортостанда иген һәм техник культураларҙың өмөтлө һәм тәбиғәт шарттарына тотороҡло сорттарын яҡшыртыу өҫтөндә 60-тан ашыу махсуслашҡан орлоҡсолоҡ хужалығы эшләй.
Ауыл эшсәндәренә һәм селекционерҙарға илдә “Фән” милли проекты сиктәрендә булдырылған яңы орлоҡсолоҡ үҙәктәре ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Был хаҡта Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының Ауыл хужалығы фәндәре өлкәһендә ойошмалар эшмәкәрлеген координациялау департаменты директоры Вугар Багиров һөйләне. Уның әйтеүенсә, 35 яңы үҙәктең береһе булһа ла Башҡортостанда барлыҡҡа килергә тейеш.
– Беҙ 2024 йылға республикала 4 миллион тонна иген йыйыу бурысын ҡуйҙыҡ. Республика артабан да агросәнәғәткә дәүләт ярҙамы күрһәтеүен дауам итәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: