+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 21:29

Үпкәгеҙҙе һаҡлағыҙ

25 сентябрь Бөтә донъя үпкә һаулығын һаҡлауҙы пропагандалау көнө булараҡ билдәләнә.

25 сентябрь Бөтә донъя үпкә һаулығын һаҡлауҙы пропагандалау көнө булараҡ билдәләнә. Әле, коронавирус тигән афәт һөжүме башлыса үпкәгә йүнәлтелгәндә, был ағзаны һаҡлауға бермә-бер иғтибарлы булырға кәрәк. “Пневмония, үпкәнең хроник обструктив сире, астма, туберкулез, яман шеш - үпкәнең етди был ауырыуҙарына тарымаҫ өсөн, профилактика саралары күрергә кәрәк”, – тип билдәләй Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш пульмонологы Лилиә Козырева һәм уҡыусыларыбыҙға үҙ кәңәштәрен еткерә.
Үпкә һәм тын юлдары сирҙәре барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһаусы төп сәбәптәрҙең береһе – тәмәке тартыу, тип белдерә ул. Был насар ғәҙәт тын юлдарында яман шеш үҫеү ҡурҡынысын 30 тапҡырға арттыра!
Һулыш ағзалары сирҙәре хәүефен кәметеү өсөн, иммун системаһын нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу мотлаҡ, ти баш пульмонолог. Тәүге хафалы билдәләр беленеү менән белгескә мөрәжәғәт итеү зарур.
Тын юлдары сирҙәрен уңышлы дауалау ваҡытында диагноз ҡуйыуға бәйле. Үпкәләрҙең торошон даими күҙәтеү (мәҫәлән, спирография ярҙамында) ауырыуҙы иртә асыҡлау мөмкинлеген бирә. Һулыш күләме һәм тиҙлеге күрһәткестәрен билдәләүсе ябай ғына был тикшереүҙе сәләмәт кешеләргә лә даими үтеп торорға кәңәш ителә.
Рентген, эндоскоп ярҙамында тикшереү, ҡаҡырыҡҡа лаборатор анализдар яһау – заманса медицинала файҙаланылыусы диагностика алымдарының бер нисәһе генә былар. Йыш ҡына аныҡ диагноз бер нисә тикшереү ярҙамында ҡуйыла.
Һулыш ағзалары сирҙәрен иҫкәртеүҙә вакцинациялау ҙур әһәмиәткә эйә.
Пневмонияны профилактикалауҙа тын юлдарының вируслы инфекцияларын иҫкәртеү ҙур роль уйнай. Был сирҙәрҙе йоҡтормаҫ өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тотоғоҙ:
  1. Ҡулдарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ, бигерәк тә йүткергәндән, сөскөргәндән һуң һабынлап йыуырға кәрәк. Шулай уҡ ҡулды спирт нигеҙендә эшләнгән саралар менән эшкәртеү ҙә бик һөҙөмтәле.
  2. Йүткергәндә, сөскөргәндә ауыҙҙы, танауҙы ҡағыҙ салфетка менән ҡаплағыҙ.
  3. Үҙегеҙ йәки балағыҙ ауырыһа, һауығып, сир билдәләре бөткәндән һәм температура төшкәндән һуң кәмендә тағы 24 сәғәт өйҙә булығыҙ. Мәктәптә уҡыған балағыҙ ауырып китһә, вирус таралмаһын өсөн, уны дәрескә ебәрмәгеҙ.
    1. Ғаиләнең бөтә ағзаларына ла гриптан прививка яһатырға кәрәк.
    2. Респираторлы сирҙең тәүге билдәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
    3. Автор:Альмира Кирәева
      Читайте нас: