+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 12:47

Ире үлтергәнме?

Сентябрь урталарында Иглин ҡасабаһындағы дауаханала күп балалы йәш ҡатын вафат була. Уны дауаханаға ауыр баш йәрәхәте менән алып киләләр. Ҡатын комаға китә һәм аңына килә алмай үлеп ҡала. Мәрхүмәнең таныштары билдәләүенсә, уны ире туҡмаған.

Башҡортостандың тәфтиш комитеты ошо көндәрҙә 34 йәшлек ирҙе кеше үлтереүҙә ғәйепләне. Туҡмалыуҙан вафат булған ҡатындың ире үҙенең ғәйебен таныманы. Ул тормош иптәшенең ҡолауын һәм башы менән ҡаты әйбергә бәрелеүе тураһында һөйләгән.
Шуға ҡарамаҫтан, ирҙе ҡулға алғандар. Әле уның ғәйебен асыҡлау бара. Вафат булыусының яҡындары иһә һуңғы 15 йылда ирҙең ҡатынын ныҡ туҡмауын билдәләгән. Әммә ҡатын ҡурҡышынан полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итмәгән. Һуңғыһында иһә ир үҙенең ҡорбанының башына етте, тигән фекерҙә улар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: