+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 14:46

“Инвестиция сәғәте”ндә яңы проекттар ҡаралды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.
***
Кәңәшмә башында Өфөлә дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптары нигеҙендә ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы ярҙамында яңы мәктәптәр төҙөү проекты тикшерелде. Һүҙ 13 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 10 мәғариф учреждениеһы төҙөү хаҡында бара. Объекттарға капиталь гранттар федераль һәм республика бюджеттарынан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән Өфө ҡала хакимиәте ҡатнашлығында ведомство-ара эшсе төркөм булдырылған. Программала ҡатнашыу өсөн яңы төҙөлөшкә Өфөлә майҙансыҡтар һайлап алынған.
Башҡортостан Башлығы яңы программа мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы.
– Беҙҙең позиция ябай: мәктәптәрҙе төҙөү өсөн кәрәк булған аҡсаны тиҙ генә бүлеүе ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта был объекттар кешеләргә бик кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Шуға күрә ВЭБ.РФ тәҡдим иткән механизмдар республика өсөн бик ҡыҙыҡлы.
***
Өфөлә “Муха” ижад студияһы базаһында уҡыу-производство кластеры булдырыу тураһында уның директоры Артур Абдрахманов һөйләне. Быйыл июлдә Радий Хәбиров студияның етештереү майҙансығында булып, коллективтың эш шарттары, компанияның проекттары менән танышҡайны. “Муха” төшөргән фильмдар, реклама роликтары, видеоклиптар, махсус эффекттар медиамөхиттә популярлыҡ менән файҙалана. Әлеге мәлдә студия “Төньяҡ амурҙары” тигән тулы метражлы йәнһүрәт әҙерләү менән мәшғүл.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә кластерҙы үҫтереүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты. 2021 йылда студия Өфөлә барлыҡҡа киләсәк “IQ-парк” юғары технологиялар технопаркы резиденттары исемлегенә инәсәк.
***
“БашкирБи” компанияһы директоры Рафаэль Харисов юл буйындағы сервис өлкәһендә күп функциялы комплекс төҙөү проекты менән таныштырҙы. Проектты ғәмәлгә ашырыу 135 миллион һумға төшәсәк. Комплекс Архангель районында, Өфө – Белорет трассаһы буйында урынлашасаҡ. Унда автозаправкалау станцияһы, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү пункты, магазин, кафе һәм ҡунаҡхана буласаҡ.
Проектҡа дәүләт ярҙамы итеп, инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһын төҙөү буйынса сығымдарҙың бер өлөшөнә субсидия биреләсәк.
– Ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыусы күп инвесторҙар федераль трассаларҙы хуп күрә. Республикабыҙ юлдарында ла уңайлы сервис комплекстары булһын, теләй инем мин һәр ваҡыт, – тине Радий Хәбиров.
***
“Южурал-Ойл” компанияһын ойоштороусыларҙың береһе Альбина Исхаҡова Күмертауҙа нефть тармағы өсөн “Каскад” сериялы күтәреү агрегаттары һәм трактор техникаһына тағылмалар етештереү проектын тәҡдим итте. Заманса агрегаттар етештереү өсөн станоктар паркын яңыртыуға субсидия кәрәк.
Радий Хәбиров республиканың Ауыл хужалығы министрлығына льготалы займ йәлеп итеү мөмкинлектәрен ҡарарға, шулай уҡ эске баҙарҙа яңы продукцияға ихтыяжды өйрәнергә ҡушты.
***
“Милли экология продукттары” йәмғиәте директоры Юнир Солтанов Бөрө районында яңы рекреацион территория булдырыу тураһындағы пландарын бәйән итте. Уның әйтеүенсә, Бөрө эргәһендәге үҙенсәлекле дауалау-минераль сығанаҡтар өҫтәмә туристар ағымын йәлеп итә ала.
Проектты тормошҡа ашырып, инвестор модулле дауалау корпусы, шифалы һәм эсәр һыу ҡойоу цехы, административ бина һалырға, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндерергә, кәмәләр өсөн причал эшләргә ниәтләй. Проектҡа инвестиция күләме 100 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
Эшҡыуар ер участкаһы алыуҙа, килеү юлдарын төҙөүҙә, электр һәм газ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙе, шулай уҡ проектты ғәмәлгә ашырыу осорона һалым льготалары биреүҙе һорай.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә проектты ентекләп өйрәнергә һәм мәсьәләне хәл итеү варианттарын киләһе “Инвестиция сәғәте”нең береһенә әҙерләргә ҡушты.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: