0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 11:05

Хәрби күнекмәләрҙе ҡарай

Рәсәй Ҡораллы көстәре "Кавказ-2020" хәрби күнекмәләр үткәрә. Уның төп этабы бөгөн "Капустин Яр" полигонында башлана.

Рәсәй Ҡораллы көстәре "Кавказ-2020" хәрби күнекмәләр үткәрә. Уның төп этабы бөгөн "Капустин Яр" полигонында башлана.
Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Президент Владимир Путин "Капустин Яр"ға үҙе барырға ниәтләй.
"Кавказ-2020" хәрби күнекмәләрҙең төп маҡсаты – етәксе составтың һәм Көньяҡ хәрби округтың идара органдары әҙерлеген, төрлө ғәскәр көстәренең берлектә һуғышыу һәләтен тикшереү. Барлығы 80 мең кеше ҡатнаша. 450 пехотаның хәрби машинаһы, 250 танк һәм 200 артиллерия һәм залп менән ата торған реактив системалар йәлеп ителгән. Күнекмәләрҙе шулай уҡ Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡытай, Пакистан һәм Мьянмы илдәренән хәрбиҙәр үтә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: