+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 11:55

Эшҡыуарҙар иғтибарына

23 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслеге аҫтында Башҡортостан Республикаһында Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышы үтте.

23 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслеге аҫтында Башҡортостан Республикаһында Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышы үтте.
Уның эшендә республика башҡарма власть органдары, төбәк үҫеш институттары, финанс-кредит ойошмалары, лизинг компаниялары һәм эшлекле даирәләр вәкилдәре, муниципалитеттарҙың эшҡыуарлыҡ шерифтары ҡатнашты.
Эшҡыуарҙар эше буйынса уполномоченный Флюр Әсәҙәллин белдереүенсә, 2021 йылдың 1 ғинуарынан килемгә берҙәм һалымдар тупланмаһы (ЕНВД) махсус һалым режимы ҡулланылмаясаҡ. Шуға уны ҡулланған эшҡыуарҙарға яңы йылға тиклем башҡа режим һайларға кәрәк.
ЕНВД буйынса һалым түләүселәр дөйөм һалым түләү системаһына, ябайлаштырылған һалым түләү системаһына, патент системаһына күсә ала.
Александр Сидякин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекттарының артыҡ юғалтыуһыҙ башҡа системаға күсеүен тәьмин итеү өсөн эшсе төркөм төҙөргә ҡушты.
“РӘСӘЙ ТЕРӘГЕ” ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге рәйесе Ләйсән Николаева бухгалтер документтарын тултырғанда килеп тыуасаҡ проблемаларға бәйле хәүефләнеүен белдерҙе. “Мәсьәләне хәл итер өсөн “Минең эшем” үҙәге базаһында 2021 йылда Бухгалтер хеҙмәте үҙәге булдырыу ҡарала”, - тине яуап итеп быға, Эшҡыуарлыҡ буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова.
БР Финанс министрлығы әле был йүнәлештә махсус закондар проекты әҙерләй.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекттарының артыҡ юғалтыуһыҙ һалым түләүҙең башҡа системаһына күсеүен тәьмин итеү буйынса эшсе төркөмдөң тәүгә ултырышы киләһе аҙнаға билдәләнгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: