-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 22:37

Башҡортса һөйләш

Бөгөн Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы тамамланды. Башҡорт теле йылына арналған сарала 250- ләп кеше ҡатнашты. Форумда ҡатнашыусылар Республика Башлығы Радий Хәбиров менән дә әңгәмәләште.

Бөгөн Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы тамамланды. Башҡорт теле йылына арналған сарала 250- ләп кеше ҡатнашты. Форумда ҡатнашыусылар Республика Башлығы Радий Хәбиров менән дә әңгәмәләште.
“ Иң тәүҙә барығыҙҙы ла етеп килгән байрамдар- Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө һәм Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым. Туған телде, милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә һеҙҙең эшегеҙ оло маҡтауға лайыҡ. Барығыҙға ла рәхмәт! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйем”.
Республика Башлығы әйтеүенсә, урындағы властарҙың төп бурысы башҡорт телен һәм уның күп быуатлыҡ мәҙәниәтен һаҡлау. Республикала башҡорт теле көнө раҫланған, күптән түгел эшлекле башҡорт теле тигән проект барлыҡҡа килгән. Байтаҡ ҡыны рәсми сараларҙа, йыйылыштарҙа башҡорт телендә докладтар менән сығыш яһай башланылар.
Быйыл милли костюмдар көнө киң билдәләнде. Хәҙер хөкүмәт кешеләренең эш костюмдарында ла милли колорит нормаға инде.
Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы тергеҙелде. Республика Башлығы гранттары ярҙамында дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән байтаҡ проекттар тормошҡа ашты. Бөгөн башҡорт телен интернет- ресурстарҙа, мобиль ҡушымталар, интерактив уйындар аша өйрәнергә мөмкин.
Башҡорт теле буйынса тәүге сьезда республикала полилингваль мәктәптәр асыу тураһында һүҙ булғайны. Әле ошондай мәғариф учреждениелары Өфөлә, Сәтрлетамаҡта эшләй, йыл аҙағына Нефтекама ҡалаһында асыласаҡ. 2024 йылдарға тиклем уларҙың һаны 14 буласаҡ.
-Мәғариф министрлығы мәктәптәргә башҡорт теле буйынса яңы китаптар индерҙе. Улар элеккеләренән шаҡтай айырыла. Был эште артабан да дауам итергә кәрәк. Башҡорт телен популярлаштырыу буйынса башҡа проекттарҙы индереүҙе лә тәҡдим итәм,- тине Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: