Республика Башлығы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында башҡорт телен өйрәнеүгә сертифкат индереүҙе тәҡдим итте. Ошондай уҡ сертификат инглиз телен өйрәнеүгә бар. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уны алыу өсөн етди имтихан тапшырыу бурысы тора.
- Билдәле, тел өйрәнеүҙе бәләкәй йәштәрҙән башларға кәрәк. Бының өсөн балалар баҡсаларында ла шарттар тыуҙырыу зарур. Шуға күрә “Туған телдәргә өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” тигән республика конкурсын уҙғарыу һәм еңеүселәргә Республика Башлығы премияһын тапшырыу тәҡдимен хуплайым. Бөгөн мин ҡыҙыҡлы интерактив программалар барлығын күрҙем. Башҡорт теленә өйрәтеүҙең заманса юлдарын индереүҙе дауам итергә кәрәк.
Республика Башлығы телдәр өйрәнеүҙең альтернатив алымы, интерактив һәм онлайн формаһы хаҡында ла билдәләне. Шулай уҡ кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә лә етди иғтибар буласаҡ.