+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 16:37

"Юлдаш"ҡа - 20 йыл

Башҡортостан “Юлдаш” йыр-моң һәм мәғлүмәт радио каналының 20 йыллығы уңайынан унда эшләп киткән ветерандар, исемдәре билдәле алып барыусылар эфирға сыға башланы. Был көндәрҙә тапшырыуҙары радиотыңлаусылар хәтерендә ҡалған, проекттары радио тормошонда ҙур урын биләгән алып барыусыларҙы тыңларға мөмкин.

Башҡортостан “Юлдаш” йыр-моң радио каналының 20 йыллығы уңайынан унда эшләп киткән ветерандар, исемдәре билдәле алып барыусылар эфирға сыға башланы. Был көндәрҙә тапшырыуҙары радиотыңлаусылар хәтерендә ҡалған, проекттары радио тормошонда ҙур урын биләгән алып барыусыларҙы тыңларға мөмкин.
Тамашасылар уларҙы әле лә йылы ҡабул итә, эфир тулҡындары тыңлаусыларҙың шылтыратыуҙарына, матур теләктәренә күмелә. Нурия Абдуллина, Ләйсән Сәйфетдин, Зифа Нагаеваларҙың тауыштарын ишетеү, Марсель Байдәүләтов, Наил Юнысовтың иртәнге программалары йәнә эфирҙы йәмләне.
Нурия Абдуллина радиоға килгән осорҙан алып “Ҡайтауаз” тапшырыуын алып барҙы. Уның билдәләүенсә, радио тыңлаусылар “Ҡайтауазды” әле лә онотмаған.
-Әҙерәк тулҡынландым, тура эфирҙа эшләгәнгә хәтһеҙ йылдар уҙҙы бит. Әммә тыңлаусыларым онотмаған, шул тиклем күп шылтыратыуҙар булды. Халҡым мәғәнәле, йәшәйешенә тура килгән программаларҙы көтөп тора. Һәр бер тапшырыуҙы “кәнфит” итеп сығарыу - ул журналистың профессиональ кимәле. Хатта эфирҙан сыҡҡас бер тынлаусым, Миәкә егете, сәскәләр тотоп телеүҙәккә килгән. Был минең өсөн шул тиклем ҙур бүләк булды. Беҙҙең радиола электән йылы ғаилә мөхите һаҡлана. Төрлө милләт кешеләре унда дуҫ-татыу ғына эшләп йөрөй. Етәкселәр кемдең ниндәй проблемалары бар, һәр ваҡыт хәбәрҙар булды, ярҙам итеп торҙо.
Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева билдәләүенсә, күптәр “Юлдаш”тан китһә лә, радионы бер ваҡытта ла онотмай.
-Был ностальгия, һағыныу тапшырыуҙары. Ул проекттарҙың барыһын да ошо авторҙар асҡан. Мәҫәлән, Зифа Нагаева заманында “Юғалтыу- табыштарым” тигән проект асып киткәйне. Ул һаман да актуаль, кешеләр бер-береһен эҙләй, табыша, беҙгә хаттар килә, уны бер нисек тә ябыуы мөмкин түгел. “Ҡайтауаз”, иртәнге “Күстәнәс” тапшырыуҙары ябылды. “Ҡайтауаз”ға Нурия Абдуллина кеүек музыка өлкәһендәге белгес, был темала рәхәтләнеп йөҙгән алып барыусы кәрәк. Иртәнге “Күстәнәс”те лә егеттәр өс сәғәт алып барҙы. Хатта кире радиоға ҡайтырғамы икән әллә тигән теләктәре булды.
Шулай уҡ киләсәктә беҙҙең тапшырыуҙарға башҡа алып барыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә ҡунаҡ булып киләсәк.
Юлдаш йыр-моң мәғлүмәт каналы үҙенең 20 йыллығын мотлаҡ билдәләйәсәк. “Беҙ бергә!” - тигән девиз менән йәшәгән юлдаштар байрамдарын сит тарафтарға, райондарға сығып тамашасылары менән осрашыу форматында ла уҙғарырға ниәтләй.
Фотола "Ҡайтауаз" тапшырыуы менән Нурия Абдуллина, радио етәксеһе- Тәнзилә Үлмәҫбаева, баш мөхәррире- Миләүшә Ғәлиева.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: