Ҡаҙағстан аша транзит коридоры асылыуын көтөп, 10 көндән ашыу ваҡытҡа Башҡортостанда туҡталырға мәжбүр булған Ҡырғыҙстандың 1700 гражданы бөгөн үҙ иленә юлланды. Ырымбур өлкәһендә һәм беҙҙең республикала был ил кешеләренең күп йыйылыуы сәбәпле, уларҙы сығарыу ике этапта 24 һәм 25 сентябрҙә ойошторола.
Алты автобустан торған тәүге колонна Көйөргәҙе районынан иртән үк юлға сыҡҡан. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов әйтеүенсә, колоннаны юл-патруль хеҙмәте машиналары оҙата бара.
Ҡырғыҙ ҡәрҙәштәр уларға ауыр ваҡытта оло ярҙам күрһәткән республика етәкселенә, Көйөргәҙе районы хакимиәтенә һәм халҡына ихлас рәхмәттәр әйтеп хушлашты.
Уларҙы Ҡаҙағстан сигенә тиклем алып барыу өсөн республикабыҙ өҫтәмә рәүештә туғыҙ автобус бүлгән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты билдәләүенсә, транзит коридоры иртәнге сәғәт 6-нан эшләй башлаған.
Фото "Башинформ"дан алынды.