+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 11:50

Совет майҙанында нимә буласаҡ?

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында барған төҙөкләндереү эштәрен ҡараны.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында барған төҙөкләндереү эштәрен ҡараны.
Билдәле булыуынса, майҙанды ҡайтанан төҙөкләндереү төбәк етәксеһенең инициативаһы буйынса бара. Унда Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл урынлаштырасаҡтар, утлы һәм музыкалы фонтан буласаҡ, шулай уҡ майҙандың тирә-яғын төҙөкләндереү ҡаралған. Ял көндәрендә ул йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнәсәк.
Төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәтенә бара. Белгестәр фонтан өсөн техник урындар әҙерләй, һынауҙар алып барыла.
Үҙәк майҙанды төҙөкләндергәндә, урындағы материалдар ҡулланыла. Һәр хәлдә, унда Учалы граниты ҙур урын аласаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңыртылған майҙан ҡала кешеләре һәм ҡунаҡтар өсөн тағы бер ял урынына әүереләсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: