+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 18:12

Сир аяуҙы белмәй

Һуңғы тәүлектә, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, COVID-19 менән ауырыған тағы бер яҡташыбыҙ вафат булған.

Һуңғы тәүлектә, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, COVID-19 менән ауырыған тағы бер яҡташыбыҙ вафат булған. Республикала аяуһыҙ сир ҡорбандары 36-ға етте.
Тәүлек эсендә COVID-19 35 кешелә асыҡланған. Эпидемия башланғандан бирле уны барлығы 8 556 сырхау йоҡторған.
53 ауырыу республика стационарҙарында коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. Өйҙә дауаланыусылар – 515. Тәүлек эсендә һауығыусылар – 48.
Кисәле-бөгөнлө “дауахананан тыш пневмония” диагнозы 110 сырхауға ҡуйылған, 88 кеше, үпкә ялҡынһыныуынан сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: