-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 12:19

Луиза Хәйруллина хөкөм көтә

Үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаны ғәйепләүсе яҡ 6 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һораған.

Үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлаған Луиза Хәйруллинаны ғәйепләүсе яҡ 6 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һораған.
Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһы суды хөкөм алдынан ҡатындың һуңғы ярлыҡау һүҙҙәрен тыңланы.
Луиза Хәйруллина билдәләүенсә, был енәйәткә ул үҙенең “бер ҡатлылығы, кешегә ышаныуы һәм ауыр ғаилә хәле” арҡаһында барған. Бер туҡтауһыҙ коллекторҙарҙың шылтыратыуы, иренең психологик һәм физик баҫым яһауы ошо аҙымға этәргән. Ире бурыстарын ҡаплатыу өсөн унан аҡса урлауҙы талап иткән. Луиза ошо дәлилдәрҙе һәм балиғ булмаған ике бәләкәй балаһы, береһенең сирле булыуын иҫәпкә алыуҙы һораған.
Билдәле булыуынса, Луиза Хәйруллина үҙе эшләгән банктан аҡсалар урлай башлаған. Был хәл ике йыл самаһы бара. Уны 2019 йылда ғына асыҡлайҙар. Шунда ғаилә ике балаһын алып билдәһеҙ йүнәлештә юҡҡа сыға. Уларҙы Ҡаҙан ҡалаһындағы ҡуртым фатирында табалар. Әйткәндәй, аҡсаларҙың эҙенә төшә алмайҙар. Луиза әйтеүенсә, уларҙы иренә биреп барған, ә тегеһе уны уйын автоматтарында отторған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: