+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 19:39

“Үҫеш нөктәһе” марафоны көтөлә

29 сентябрҙә Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауылдарҙа урынлашҡан мәктәптәрҙә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре марафоны үтәсәк.#миллипроект #национальныйпроектБашкортостан #нацпроекты

29 сентябрҙә Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауылдарҙа урынлашҡан мәктәптәрҙә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре марафоны үтәсәк.
#миллипроект #национальныйпроектБашкортостан #нацпроекты
Акция сиктәрендә БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән бәйләнешкә быйыл булдырылған “Үҫеш нөктәләре” сығасаҡ.
Почетлы ҡунаҡтар – район һәм ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе хаҡында һөйләйәсәк. Улар ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар алдында барлыҡҡа килгән мөмкинлектәр менән таныштыра. “Үҫеш нөктәләре” педагогтары ҡыҫҡа онлайн-дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, уҡыусылар үҙәктәрҙә шөғөлләнеп яулаған уңыштары хаҡында һөйләй.
Тура эфирҙа аралашҡандан һуң республиканың бөтә мәктәптәре РФ мәғариф министры Сергей Кравцов үткәргән Бөтә Рәсәй марафонына ҡушыла ала.
БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың сентябрендә Рәсәй буйынса 3 меңгә яҡын “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәге асылған. Уларҙың 42-һе – Башҡортостанда.
“Үҫеш нөктәләрендә” уҡыусылар яңы заманса компьютерҙарҙа, 3D-принтерҙарҙа эшләй, квадрокоптерҙар менән идара итә. Шулай уҡ түңәрәктәргә яҙыла, шахмат уйнарға өйрәнә йә үҙ медиапродуктын булдыра ала.
Проект “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: