+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 11:35

Ҡырҡты-тау өсөн көрәш

«Рус баҡыр компанияһы» Башҡортостандың Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын артабан үҙләштереү эштәрен дауам итеүҙең һәм уның биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинатын проектлауҙың мөмкин түгеллеге хаҡында белдерҙе.

«Рус баҡыр компанияһы» Башҡортостандың Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын артабан үҙләштереү эштәрен дауам итеүҙең һәм уның биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинатын проектлауҙың мөмкин түгеллеге хаҡында белдерҙе.
Был хәбәрҙе бөгөн бөтә киң мәғлүмәт саралары ла яҡтырта. Уҙған йәкшәмбелә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Ҡырҡты-тау буйында баҡыр ятҡылығын эшкәртеүгә ҡаршы митинг уҙҙы. Төрлө сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, унда дүрт меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Эске эштәр министрлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса иһә, акцияға 950 кеше килгән. Әбйәлил районы халҡы ғына түгел, күрше Баймаҡ районында, Сибай ҡалаһында һәм шулай уҡ Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта, Өфөлә, Силәбе өлкәһендә йәшәүселәр ҙә әүҙемлек күрһәткән.
Митингыла ҡатнашыусылыр, Салауат баҡыр ятҡылығы ҡаҙыу һәм руданы урында эшкәртеү йылғаларҙың бысраныуына, шулай уҡ йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙең һәләк булыуына килтерәсәк, ял зонаһы булған Яҡтыкүлдең экологик тороша насараясаҡ, тип хафаланыу белдерҙе.
«Проект документацияһын әҙерләүгә запастарҙы өҫтәмә тикшереү эштәре башҡарылғандан һуң ғына тотоналар. Әбйәлил районы башлығы мөрәжәғәте буйынса Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Салауат участкаһында геологик-эҙләнеү эштәренең туҡталыуына һәм проектлау өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙең етмәүенә бәйле, «Рус баҡыр компанияһы» ятҡылыҡты артабан үҙләштереү эштәрен дауам итеүҙең һәм уның биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшөн проектлауҙың мөмкин булмауы тураһында белдерә», - тип хәбәр иттеләр компанияның мәғлүмәт сәйәсәте департаментынан”, - тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: