Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында 24-25 сентябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы асыла.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә уҙғарылған сараны республика хөкүмәте, мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.
Тел уҡытыу өсөн шарттарҙы яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ киңерәк ҡулланыу- уның төп маҡсаты булып тора.
Төбәк-ара форумда Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренән 250 кешенең ҡатнашыуы көтөлә.