+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 20:15

Макулатура иҫәбенә төшөрөлгән фильм

26 сентябрҙә “Родина” кинотеатрында макулатура йыйыу иҫәбенә төшөрөлгән фильмды ҡарарға мөмкин.“Ел йыры” тигән картинаның сығымдары мәғариф учреждениелары тарафынан йыйылған макулатуранан түләнгән.

26 сентябрҙә “Родина” кинотеатрында макулатура йыйыу иҫәбенә төшөрөлгән фильмды ҡарарға мөмкин.“Ел йыры” тигән картинаның сығымдары мәғариф учреждениелары тарафынан йыйылған макулатуранан түләнгән.
Был акция “Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр” тигән проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Уның маҡсаты патриотизм, әхләҡ темаһына ҡыҫҡа метражлы балалар фильмдары төшөрөү.
Был проектта ҡатнашыу өсөн уҡыусылар икенсел сеймал йыйҙы. Айырыуса Өфө, Ғафури, Шишмә, Кушнаренко һәм башҡа райондарҙан 13 мәктәп әүҙемлек күрһәткән.
Республика уҡыусылары 174 841 килограмм макулатура йыйған. Унан килгән 900 мең һумға яҡын аҡса фильм төшөрөүгә тотонолған.
Фильмда башҡорт фольклорының элементтары, халыҡтар мәҙәниәте һәм традицияһы күрһәтелгән, әхләҡ проблемалары күтәрелә.
-Был бик уңышлы проект. Ул балаларҙа тирә- яҡҡа, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, ҡаты ҡалдыҡтар менән идара итеү тәжрибәһен арттыра, фильм төшөрөп ҡарау мөмкинлеге бирә,-тип билдәләне республика экология- биология балалар үҙәге директоры Екатерина Кошелева.
Фильмды 26 сентябрҙә сәғәт 11-ҙә барып ҡарарға мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: