+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 11:40

Геройҙар беҙҙең арала

Баш федераль инспектор “Ҡайнар йөрәк” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт инициативаһының 6 дәғүәсеһенә күкрәккә таға торған билдәләр тапшырҙы. Улар - ҡазаға тарыған кешеләрҙең яҙмышына битараф булмаған һәм ярҙам иткән йәштәр.

Баш федераль инспектор “Ҡайнар йөрәк” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт инициативаһының 6 дәғүәсеһенә күкрәккә таға торған билдәләр тапшырҙы. Улар - ҡазаға тарыған кешеләрҙең яҙмышына битараф булмаған һәм ярҙам иткән йәштәр.
Тантаналы сараны асып, Михаил Закомалдин ошондай геройҙар тәрбиәләгән ата-әсәләргә үҙ рәхмәтен белдерҙе.
Билдәле булыуынса, 2013 йылдан Рәсәйҙә “Ҡайнар йөрәк” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт инициативаһы тигән социаль әһәмиәтле проект тормошҡа ашырыла. Быйыл бүләкләнеүселәр илдең 85 төбәгенән 973 кеше араһынан һайланған.
Башҡортостан геройҙары иҫәбендә студенттар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла бар. Бәләбәй районынан килгән 8 йәшлек Милена Новикова ут ҡапҡан йорттан үҙенең бәләкәй туғандарын һәм 11 айлыҡ һеңлеһен алып сыҡҡан. Әлшәй районынан Рәмзил Шәрипов иһә йылғала батып барған ауылдашын ҡотҡара. БДУ студенты Дэвид Әхмәтйәнов шулай уҡ янғын сыҡҡан урынға ваҡытында килеп өлгөрә.
Бөтә Рәсәй дипломы үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйһа ла, хәүеф алдында баҙап ҡалмаған һәм кешегә ярҙамға ынтылған кешеләргә генә бирелә.
2020 йылда федераль наградаға 185 кеше тәҡдим ителгән. Уларҙың етәүһе үлгәндән һуң ошо бүләк менән билдәләнгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: