+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 18:13

Бөрйән мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсерелә

Бөрйән районында 23 сентябрҙән коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында сикләү саралары индерелә.

Бөрйән районында 23 сентябрҙән коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында сикләү саралары индерелә. Был турала район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов хәбәр итә.
Алдағы ике аҙнала районда күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреү кисектерелә, мәктәптәр дистанцион уҡытыуға күсерелә, Иҫке Собханғол ауылы баҙары ябыла. Балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә буласаҡ, уларҙа ата-әсәнең икеһе лә эшләгән сабыйҙарҙы ғына ҡабул итәсәктәр, тип билдәләй район хакимиәте башлығы. Район ойошмаларында граждандарҙы ҡабул итеү дистанцион йәки электрон рәүештә генә үтәсәк.
Район етәксеһе шулай уҡ яҡташтарының вирус таралыу теркәлгән төбәктәргә сәфәрҙәрҙе кисектереп тороуын, мөмкин тиклем өйҙә ҡалыуын, һаҡланыу сараларын теүәл үтәүен һорай.
Ике көн элек Ғәзиз Манапов “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә: “Район үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең районда 14 кешелә COVID-19 вирусы табылған, 43 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған, шулай уҡ киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны артыуы ла күҙәтелә”, – тип яҙғайны.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: