+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 11:44

Алыҫ араларҙы яҡын итеп

Ҡурған өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифе көндәре бара. Башҡортостан делегацияһы милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктә башҡорт милли уйын ҡоралдары менән таныштырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Был сара Республика Башлығы Гранты сиктәрендә ойошторолдо.

Сафакүл ауылының балалар сәнғәт мәктәбендә быйыл фольклор бүлеге асылған, балалар өсөн ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәресен виртуоз ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов алып барҙы.
Әйткәндәй, оҫталыҡ дәрестәре бер нисә майҙансыҡта барҙы. Шулай уҡ балаларға вокал һәм хореография буйынса ла күнекмәләр бирелде. Ошо сара сиктәрендә уҡыусылар республикабыҙҙың билдәле сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙарҙа ҡатнашты.
-Беҙгә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Зилиә Бәхтиева, Азамат Кәримовтың килеүе мәртәбә булды. Башҡортостан менән мәҙәни хеҙмәттәшлек уңышлы дауам итә. Республика вәкилдәре район хакимиәте етәкселәре менән дә осрашты, - тип билдәләне Сафакүл районынан Зинфира Закурдаева.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: