-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 12:47

Һөйлә, Башҡортостан!

Полилингваль белем биреү - ул республиканың бөтә тармаҡтарына юғары интеллектуаль белгестәр әҙерләүсе киләсәк белеме.Өфөнөң Полилингваль күп тармаҡлы 44-се мәктәбе базаһында "Һөйлә, Башҡортостан! Башҡортостан Республикаһында полилингваль белем биреүҙе үҫтереү ” тигән проект тормошҡа ашырылысаҡ. Был проект - Республика Башлығы Грантының еңеүсеһе.

Полилингваль белем биреү - ул республиканың бөтә тармаҡтарына юғары интеллектуаль белгестәр әҙерләүсе киләсәк белеме.
Өфөнөң Полилингваль күп тармаҡлы 44-се мәктәбе базаһында "Һөйлә, Башҡортостан! Башҡортостан Республикаһында полилингваль белем биреүҙе үҫтереү ” тигән проект тормошҡа ашырылысаҡ. Был проект - Республика Башлығы Грантының еңеүсеһе.
Ул иһә республика мәктәптәрендә белем алыусы, бер нисә милли һәм сит тел белгән 5-11 класс уҡыусыларының полилингваль белемен үҫтереүгә йүнәлтелгән. “IDEL” полилингваль олимпиадаһын уҙғарыу, телдәр өйрәнеү лагерҙарын, ирекмәндәр активын ойоштороу проекттың төп саралары буласаҡ.
Олимпиада ике этапта: 15 сентябрҙән 15 октябрға тиклем ситтән тороп, ә оффлайнда - 15 октябрҙан 30 октябрға тиклем уҙасаҡ. Ул Өфөнөң 44-се мәктәбе базаһында, ток-шоу форматында ойошторола.
Төркөмдә ҡатнашыусылар төрлө телдәрҙә мәҙәниәт, Башҡортостандың иҫтәлекле урындары хаҡында проекттар тәҡдим итәсәк. Олимпиада осоронда телселәр, йәғни башҡорт, татар, немец, инглиз, төрөк телдәре буйынса өйрәнеү семинарҙары, уйындар уҙғарасаҡ. Олимпиадала ситтән тороп - 1000 бала, икенсе төркөмөндә 100 бала ҡатнашыр тип күҙаллана.
Теркәлеү өсөн сайт адресы: http://idel-ufa.ru/
Ойоштороусы: Дәүләтова Альбина Фәнил ҡыҙы (тел. +7 937 837-06-62)
Техник белгес: Хәбибуллина Линиза Ильфир ҡыҙы (тел. +7 917 766-58-40)
Фото Өфөнөң 44-се мәктәбе сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: