+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 11:00

Талантлы шәхес арабыҙҙан китте

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Салауат улы Итбаев арабыҙҙан китте. Уға ни бары 50 йәш ине.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Салауат улы Итбаев арабыҙҙан китте. Уға ни бары 50 йәш ине.
Бергә эшләгән коллегалары белдереүенсә, ул коронавирус инфекцияһы йоҡторған була, һуңғы көндәрендә яһалма тын алыу аппараты ярҙамында һулай.
Марс Салауат улы 1970 йылдың 21 ғинуарында Өфөлә билдәле артист һәм режиссер Салауат Итбаев ғаиләһендә тыуа. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Сибай театрында 30 йылға яҡын эшләй.
Мәрхүмдең йәне йәннәттә булһын.
Читайте нас: