+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 19:17

Коронавирус тағы бер ғүмерҙе өҙҙө

Республикала коронавирустан донъя ҡуйыусылар 35-кә етте: афәт 55 йәшлек ҡатындың ғүмерен өҙҙө.

Республикала коронавирустан донъя ҡуйыусылар 35-кә етте: афәт 55 йәшлек ҡатындың ғүмерен өҙҙө. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, вафат булған ханым – Белорет ҡалаһынан. Ул, коронавирустан тыш, шәкәр диабетынан, ашҡаҙан аҫты биҙе сиренән яфаланған икән.
22 сентябргә ҡарата республикала COVID-19 диагнозы йәмғеһе 8 487 ауырыуҙа раҫланған. Тәүлек эсендә вирус 35 сырхауҙа асыҡланған.
Бөгөнгө көндә дауаханала ятыусылар – 41, өсәүһенең хәле ауыр. 510 ауырыу өйөндә дауалана.
Кисәле-бөгөнлө 11 кеше, сирҙе еңеп, дауахананан сыҡҡан. Коронавирустан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 7 901.
Һуңғы тәүлектә үпкәләре ялҡынһынған 108 яҡташыбыҙ стационарға килтерелгән, 96-һы, пневмониянан сәләмәтләнеп, дауахананан өйөнә ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: