+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 11:20

Газ өсөн бурыстарҙы кәметеү өҫтөндә эш

Торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларының быйылғы йылдың сентябренә ҡарата газ өсөн 512 млн. һум бирәсәге бар. 2019 йыл менән сағыштырғанда ул 73 млн. һумға аҙыраҡ, тип белдерҙе вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә.

Министрлыҡ ҡатнашлығында газ өсөн түләүҙәр буйынса бурыстарҙың бер өлөшөн йыл аҙағына тиклем ҡаплау графигы төҙөлгән. 2021 йылдың 1 ғинуарына бирәсәк күләмен 168,6 млн. һумға тиклем кәметеү ҡарала.
- Халыҡ иҫәп буйынса бик ипле түләй. Беҙҙең республикала был күрһәткес бик юғары. Йыйылған аҡсаның тәғәйен урынға барып етеүен бик иғтибарлы күҙәтер кәрәк. Бурыстарҙы ҡаплау динамикаһы яҡшы, эште шулай дауам итергә кәрәк, - тип белдерһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, был мәсьәләгә ҡағылып.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: